Балтастар Республика Башлығын һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Бөгөн Башҡортостан Башлығын һайлауҙың икенсе көнө. Республикала 2 миллион 970 мең кеше һайлау хоҡуғына эйә. Уларҙың 873 меңдән ашыуы беренсе көндә гражданлыҡ бурысын үтәгән. Тауыш биреү һаны буйынса алдынғы райондар исемлегендә Балтас районы беренсе урында килә. Кисә унда граждандарҙың 47 проценттан ашыуы тауыш биргән. “Балтастар бөгөн дә әүҙемлек күрһәтә”, - ти штаттан тыш хәбәрсебеҙ Айҙар Сираев.

Балтастар Республика Башлығын һайлауҙа әүҙем ҡатнаша
Фото №1 - Балтастар Республика  Башлығын һайлауҙа әүҙем ҡатнаша
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ