Һуңғы мәғлүмәттәргә ярышлы, һайлаусыларҙың 42 проценттан ашыуы тауыш биргән. Иң юғары күрһәткестәр Балтас районында, ә ҡалалар араһында Кумертау һәм Ағиҙел халҡы әүҙемлек күрһәтә. Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары был турала Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә үткән брифингта белдерҙе.
Журналистарҙың Йәмәғәт матубғат үҙәге һайлау барышында телевидение-радио, гәзит-журнал хәбәрселәренә оператив яңылыҡтар еткереү урын булып тора. Бында ярты сәғәт һайын тиерлек эксперттар менән брифингтар ойошторола. Ике көн эңсендә бында 70-тән ашыу эксперт сығыш яһаған, матбуғат сараларында 6 меңгә яҡын материал донъя күргән. Белгестәр әйтеүенсә, сәйәси кампания тыныс шарттарҙа үтә, Өфөнөң бер һайлау участкаһында ғына янғын сигнализацияһын тоҡандырып ғауға тыуҙырырға маташҡандар. Был юлы күҙәтеүселәр күп, 3 меңдән ашыу кеше. Шулай уҡ эксперттар йәштәрҙең әүҙемлеген билдәләй, күптәр тауыш бирергә тотош ғаиләләре менән килә.






