Һайлау участкалары буш тормай, халыҡ кандидаттар өсөн үҙ тауышын бирергә ашыға. БЮТ ижади төркөмө бөгөн Әбйәлил һәм Бөрйән районында эшләне. Төп темаларҙың береһе - Башҡортостан башлығын һайлау барышы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Республиканың көньяҡ райондарында Башҡортостан башлығын һайлауҙың икенсе көнө тыныс башланды. Тауыш биреүселәр бик әүҙем, ойошҡан рәүештә бара. Комиссия ағзалары тулы составта эшләй.
Әбйәлил районы үҙәгенең 767-се һайлау участкаһы Таһир Күсимов исемендәге гимназияла урынлашҡан. Кисә, республика етәксеһен һайлауҙың тәүге көнөндә һайлау участкаһына теркәлгән 2 мең 600 кешенең 20 процентҡа яҡыны тауыш биреп өлгөргән. Бөгөн дә участка ишектәре асылғанға тиклем үк сират йыйылды. Махсус хәрби операция ветераны, күп балалы ғаиләләр, 18 йәшен тултырып тәүгә тауыш биреүселәр... Иртәне йоҡлап түгел, ә гражданлыҡ бурысын үтәүҙе һайлаусылар араһында оло йәштәгеләр күп.
Бөрйән районында йәшәүселәр ҙә әүҙемлек күрһәтә.
Паспорт буйынса Сабира Бикбулатова дүрт айҙан бер быуатлыҡ юбилейын биләдәләйәсәк. Бер һайлау ҙа йөҙйәшәр инәйһеҙ үтмәй. Район буйынса һайлау участкаһына килә алмаусы 30 кеше кеүек Сабира Харис ҡыҙы ла өйөндә тауыш бирҙе.
Бөрйән районында барлығы 37 һайлау участкаһы эшләй. Һайлауҙың ике көнөндә 4 мең ярымдан ашыу кеше тауыш биргән. Был дөйөм һайлаусыларҙың 36 проценты.
Башлыса башҡорттар йәшәгән Бөрйән районында бюллетендәр ҙә туған телдә. Ғөмүмән, Башҡортостан башлығын һайлауға республикала 3 миллионға яҡын бюллетень баҫтырылғайны, уларҙың 12 проценты башҡорт телендә.
Үҙ тауышын ҡалдырған һәр кемгә Рәхмәт беләҙектәре тапшырыла. Ул ҡиммәтле бүләктәрҙе уйнатыуҙа ҡатнашыу, акция партнерҙарында төрлө ташламалар алыуға хоҡуҡ бирә. Бөрйән районында иһә һайлаусыларға ағы бер өҫтәмә бүләк ҡаралған. Ошо беләҙекте күрһәтеп Шүлганташ музейына 50 процент ташлама менән инергә мөмкин.
Әлфинә Килдейәрова






