Йәмғеһе 90 кеше алдан ғариза яҙып, тауыш биреү теләген белдергән. Участка беренсе ҡатта - касса залында ойошторолған. Ул иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем эшләй. Комиссия ағзалары билдәләүенсә, эшселәр айырыуса смена алмашҡан мәлдә - иртә менән әүҙем. Һәр һайлаусыға «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашыу хоҡуғы бирелә.






