Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә урынлашҡан. Унда Башҡортостанда теркәлгән, тик сәйәси кампания ваҡытында баш ҡалаға барған йәки йәшәгән граждандар тауыш бирә ала.
Кисә участкала тауыш биреүселәр әүҙемлеге теркәлгәйне, бөгөн дә граждандар ағымы дауам итә. Участкаға Мәскәүҙә эшлекле сәфәр менән булғандар, студенттар, баш ҡала госпиталдәрендә дауаланыу үткән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар килә. Баш ҡала госпиталдәрендә бер нисә тиҫтә яугир яҡташыбыҙ дауалана. Тауыш биреүгә ғариза тапшырыусы ватан һаҡсыларына Һайлау комиссияһы ағзалары дауалау учреждениеларына үҙҙәре күсмә урна менән барҙы.
Һайлау комиссияһы ағзалары шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән яҡташтарыбыҙ янына ла барҙы. Лидиә менән Риф Солтановтар һуңғы йылдарҙа Мәскәүҙә йәшәй. Сығышы менән улар Ишембай районынан. Риф Ғабдулла улы Мәскәүҙә тауыш биреү мөмкинлеге тураһында белгәс тә, комиссия ағзаларына заявка ҡалдыра.
Әйткәндәй, төбәктән ситтә ошондай һайлау участкаһы тәүгә ойошторола. Тәжрибә киләһе һайлауҙа ла файҙаланылыр, тип көтөлә. Мәскәүҙәге һайлау участкаһында тауыш бирер өсөн, «мобиль һайлаусы» механизмы ярҙамында ғариза тапшырырға, йәғни сәйәси кампания аҙағына тиклем Участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Мәскәүҙәге һайлау участкаһы бөгөн һәм иртәгә тауыш биреүселәрҙе ҡабул итергә әҙер. Башҡортостандан ситтә булып, Кесе Ватаны киләсәгенә битараф булмаған граждандарҙы Һайлау комиссияһы ағзалары урында көтөп ҡала.
Рәзилә Ғилметдинова






