Ике квадроцикл Илеш районы һәм Өфө ҡалаһында йәшәгән тауыш биреүселәргә оҙатылды. Шул уҡ ваҡытта халыҡ саң һурҙырғыс, телефон, ноутбук кеүек бүләктәрҙе лә алып ҡайта. Еңеүселәр көнөнә ике тапҡыр билдәләнә. Тәүге квадроцикл 20 йәшлек Радмир Заһиҙуллинға, икенсеһе - баш ҡаланан Андрей Захваткинға оҙатылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашыр өсөн участкала тапшырылған QR-кодты күсереп алырға, рахмат102.рф сайтында теркәләргә һәм бүләктәр уйнатыу һөҙөмтәләрен көтөргә кәрәк. 1 телефонға бәйләнгән кодтар 5-тән артмаҫҡа тейеш. Билеттарҙы 30 сентябргә тиклем һаҡлау мотлаҡ.






