Бөгөн Республика Башлығын һайлауҙың өсөнсө көнө

Башҡортостанда тауыш бирергә хоҡуғы булғандарҙың 50 проценттан күберәге участкаларға килгән. Был турала бөгөн брифингта Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов белдерҙе. - 8 сентябрҙә, тауыш биреүҙең һуңғы көнөндә бөтә участкалар иртәнге 8-ҙә асылды. Барыһы ла ғәҙәти тәртиптә эшләй. Улар киске 8-гә тиклем асыҡ була. Бөтә участкаларҙа хәүефһеҙлек саралары күрелгән, - тине ул.

Фото №1 - Бөгөн Республика Башлығын һайлауҙың өсөнсө көнө
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ