“Һәр тауыш мөһим. Республика башлығын һайлау республикалағы мөһим ваҡиға. Һәр кем гражданлыҡ һәм патриотик бурысын үтәргә тейеш”. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин шулай тип белдерҙе.
Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов һайлауҙа ғаиләһе менән ҡатнашҡан. “Башҡортостан башлығын һайлау оло яуаплылыҡ, республиканың яҙмышына битараф булмау”, - тигән фекерҙә ул.







