“Башҡортостан башлығын һайлау оло яуаплылыҡ, республика яҙмышына битараф булмау”. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина ошондай фекер белдерҙе. Ул Өфөнөң Профсоюздар йорто бинаһында урынлашҡан 175-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе.







