Уларҙың видеояҙмаһы менән социаль селтәрҙә уртаҡлашҡандар. Зөбәржәт һәм Солтангәрәй Кирәевтар 65 йылдан ашыу бергә татыу ғүмер итә, сәләмәт тормош алып бара. Улар бер һайлауҙан да ситтә ҡалмаған. Белорет районы Йөйәк ауылында һайлау көндө бер ир-егетте махсус хәрби операцияға оҙатҡандар. Был турала һайлау участкаһы комиссияһы сәркәтибе Әлфиә Баһауетдинова хәбәр итте. Ҡыйыу егет тауыш биргән һәм Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүе тураһында белдергән. "Яҡташыбыҙҙың ҡарарына һоҡландыҡ. Уны изге теләктәр теләп, бөтә һайлауслар менән оҙатып ҡалдыҡ", - тине Әлфиә Баһауетдинова. Балтас районында ла һайлау күтәренке рухта үтә. Штаттан тыш хәбәрсебеҙ Айҙар Сираев яҙмаһы.







