Башҡортостан һайлаусылар әүҙемлеге буйынса илдә алдынғы урындарҙың береһен биләй

Был турала бөгөн Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәгендә билдәләнде. Брифингта экстерриториаль һайлау участкаларында, йәғни төбәктән ситтә урынлашҡан участкаларҙа тауыш биреүҙе ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Республиканың үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары һөйләүенсә, илдең баш ҡалаһында тауыш биреү тәртип боҙоуҙарһыҙ бара. Сығыш яһаусылар Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә ойошторолған экстерриториаль һайлау участкаһының тәжрибәһен айырым билдәләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ