Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова төбәк башлығын һайлағанда башҡорт телендәге бюллетенде алды. Өфөнөң 39-сы гимназияһында ойошторолған һайлау участкаһы бюллетендәрҙе эшкәртеү буйынса комплекс менән тәьмин ителгән. Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы тауыш биргәндән һуң комиссия ағзалары һәм һайлаусыларға ғаилә ҡороу һәм бала үҫтереү мөһимлеге тураһында ҡыҫҡа лекция ла үткәрҙе. Гүзәл заттарҙы берләштергән йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе билдәләүенсә, йәш сағынан алып ул сәйәси кампанияны байрам кеүек ҡабул итә.
Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина ла һайлауҙа яҡшы кәйеф менән ҡатнашыуын билдәләне. Үҫмер сағынан сәйәси кампанияла ҡатнашыу теләге көслө булыуға ҡарамаҫтан, уға Халыҡ-ара йыйындарға бәйле мөһим сараны йыш ҡына ҡалдырырға тура килгән. Шуға ла спортсы мөмкинлек булғанда һайлауҙа ҡатнашырға тырыша. Ул республика киләсәген билдәләгәндә һәр кемдең тауышы мөһим тигән ҡарашта.



