Һайлау көндәрендә Башҡортостанда йәмәғәт күҙәтеүе буйынса ситуация үҙәге эшләй

Һайлау көндәрендә Башҡортостанда йәмәғәт күҙәтеүе буйынса ситуация үҙәге эшләй

Күҙәтеүселәр штабы ағзалары һәм эксперттары, йәмәғәт палатаһы вәкилдәре, юристар һайлаусылар өсөн колл-үҙәктә эшләй, телефондан һорауҙарға яуап бирә. Тауыш биреүҙең закон буйынса үтеүен күҙәтеүселәр билдәләүенсә, сәйәси кампания ваҡытында ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәгән. Штаб ағзалары шулай уҡ һайлау участкаларында дежурлыҡ итә.

Өс көн дауамында беҙҙең үҙәк һайлау барышын күҙәтте. Йәмәғәт штабынан һәр участкала беҙҙең күҙәтеүселәр эшләне. Улар фото һәм видеоотчеттар менән бүлешеп торҙо. Дөйөм алғанда,ҡағиҙә боҙоуҙар теркәлмәне тип әйтергә мөмкин

Лида Исергәкова, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының һайлауҙы күҙәтеү буйынса төбәк йәмәғәт штабы етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ