Участкаларға ғаиләләре менән бергә килеүселәр ҙә байтаҡ. Өфөнән Яковлевтар ҙа балалары менән бергә тауыш бирҙе. Ҡыҙҙар бәлиғ булмаған йәштә булһа ла, ата-әсәләре уларҙа кесе йәштән үилһөйәрлек рухы тәрбиәләй. Ғаилә әүҙем һәм сәләмәт тормош рәүеше менән йәшәй, Яковлевтар баш ҡала һәм республика ярыштарында даими ҡатнаша. Һайлау участкаһына улар өс быуын вәкил килеп гражданлыҡ бурысын үтәне. Тауыш биргәндән һуң, уларға, шул иҫәптән балаларға, «Рәхмәт» акцияһы кодтары тапшырылды.



