Берҙәм һайлау көнөнөң алдан билдәләнгән йомғаҡтары буйынса, «Берҙәм Рәсәй» партияһы үҙенең лидерлыҡ позицияһын һаҡлай һәм илдең төп сәйәси көсө булып ҡала. Был турала фирҡә рәйесе, илдең хәүефһеҙлек советы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Медведев белдерҙе. Бөгөн ул видеоконференция режимында төбәктәр менән берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтарына арналған кәңәшмә үткәрҙе.
Унда Башҡортостан Башлығына кандидат, партияның төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты. Дмитрий Медведев билдәләүенсә, өс көн дауамында, халыҡ губернаторҙарҙы, төбәк һәм урындағы кимәлдәге депутаттарҙы һайлауҙа ҡатнашҡан. Тауыш биреү илдең 84 төбәгендә үткән. Башҡортостанда республика башлығын, шулай уҡ райондарҙағы урындағы совет депутаттарын һәм 54- се Өфө бер мандатлы округы буйынса төбәк Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайланы. Партия рәйесе «һайлаусыларҙан ышаныс мандаты алған» «Берҙәм Рәсәй» кандидаттарын тәбрикләне.



