Башҡортостан хозур тәбиғәте һәм юғары инфраструктураһы менән йәлеп итә

Был турала республикаға башҡа ҡалаларҙан килгән туристар белдерҙе. «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй туры Оборона Министрлығы тарафынан ойошторолған. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре һәм туғандары ҡатнаша. Башҡортостанға Ижевск, Магнитогорск, Ырымбур ҡалаларынан йәмғеһе 240 кеше килгән. Өс көнлөк сәфәр барышында туристар Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, «Красноусол» шифаханаһында, «Торатау» геопаркында булған. Ботаника баҡсаһында патриотик аллеяны ултыртыуҙа ҡатнашҡан. Сәйәхәт баш ҡалалағы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә экскурсия менән тамамланды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ