Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. 12 сентябрҙә республика башлығы инаугурацияһы үткәс төбәктә яңы хөкүмәт ағзалары билдәләнә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, байтаҡ ведомство етәкселәре үҙ вазифаһында ҡаласаҡ, сөнки ауыр осорҙа уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу бурысы тора. Оператив кәңәшмәнең төп темалары БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Дүшәмбе оператив кәңәшмәне һайлауҙа еңеүсе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларына, тауыш биреүселәргә рәхмәт әйтеүҙән башланы. Республикала йәшәүселәр һәр ваҡыттағыса гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡарап тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашты. Законға ярашлы, ошо көндәрҙә хөкүмәт отставкаға ебәрелә һәм республика башлығы инаугурацияһы үткәс яңы министрҙар, ведомство етәкселәре һайлана. Радий Хәбиров ҡатмарлы осорҙа был эште оҙаҡҡа һуҙмай, ышаныслы команда ағзаларын үҙ вазифаларында ҡалдырыу маҡсатын ҡуйҙы.
Һайлауға йомғаҡ яһауҙан тыш оператив кәңәшмәлә республика тормошо менән бәйле социаль-иҡтисади, мәҙәни-тарихи һорауҙар ҡаралды. Башҡортостанда кино сәнғәтен үҫтереүгә иғтибар артасаҡ һәм был йүнәлештә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, заман геройҙарының исемен мәңгеләштереүгә баҫым яһаласаҡ.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Төньяҡ амурҙары» трилогияһының дауамын төшөрөү кәрәклеген билдәләне. Тамашасылар яратып ҡараған патриотик фильмдың киләһе өлөшө Рәсәй геройы, легендар командир Миңлеғәле Шайморатовтың шәхесенә бағышланасаҡ.
Республикала авария хәлендәғе йорттарҙы яңыртыу буйынса эш дауам итә. Иҫке торлаҡты һүтеп граждандарҙы яңы фатирлы итеүгә йүнәлтелгән бер нисә этаплы программа 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уға ярашлы 842 авария хәлендәге йортто һүтеү көтөлә. Программаның беренсе этабында Өфө һәм Бөрө ҡалаларындағы иҫке йорттар яңыртыласаҡ.
Флорида Ким



