Владимир Путин указы менән Башҡортостандан мобилизацияланыусыға дәүләт наградаһы тапшырылды

Бүләк үҙ геройын тапты. Владимир Путин указы менән Башҡортостандан мобилизацияланыусыға дәүләт наградаһы тапшырылды. Алғы һыҙыҡтан сыҡҡандан һуң «Серый» ҡушаматлы яугирға Георгий Жуков миҙалы тапшырылды. Бындай миҙал менән Ватан һәм Рәсәй дәүләте мәнфәғәттәрен яҡлауҙа күрһәткән батырлыҡ күрһәткән хәрбиҙәрҙ бүләкләнә. Ҡаһарман яугир һәм уның хеҙмәттәштәренең фронттағы ториошо хаҡында киләһе яҙмала.

Был разведчик-снайперҙың тәүге хәрби наградаһы түгел. Яугир 2022 йыл аҙағында мобилизацияланған. Үҙенең подразделениеһында иң мәргән уҡсы иҫәпләнә. Хеҙмәт осоронда яуҙаштары араһында абруй ҡаҙана, күп тапҡырҙар яҡташтарын үлемдән ҡотҡара. Хәрби үҙенең эшен сапер эше менән сағыштыра, бер бәләкәй генә хата ла ҡиммәткә төшөүе ихтимал, ти ул.

Төрлө саҡтар була. Ҡайһы берҙә көн буйына хәрәкәтләнмәй ултыраһың. Хәҙерге заман һуғышында һауала бөтә нәмәне пилотһыҙ осоусы аппараттар ярҙамында күрергә мөмкин.Был бик ҡатмарлы, яугир тәү сиратта түҙемле һәм теләһә ниндәй сетерекле хәлдә лә тыныслыҡ һаҡларға тейеш.Бынан тыш, инттеллект та бик мөһим, сөнки ҡоро атыш ойоштороуға ҡарағанда, дошман флангаларына атҡан ваҡытта алыҫ аралағы координаталарҙы теүәл иҫәпәл сығарырға кәрәк.

«Серый» ҡушаматлы яугир

Водителдәр, балта оҫталары, слесарҙар, уҡытыусылар.Тыуған илде һаҡларға кәрәк булғас, улар һөнәрен хәрби хеҙмәткә алыштырған.Бер кем дә мобилизациянан баш тармаған, күптәр хәрби коимссариатҡа повестка алғансы уҡ килгән.

Мобилизацияланған яугирҙар ғаиләләренән тыш, республика ярҙамын да тоя. Хәрбиҙәр яҡташтарына, ирекмәндәргә аҙыҡ-түлек, төҙөлөш һәм һаҡланыу материалдары менән гуманитар ярҙам ойошторғандары өсөн рәхмәт һуҙҙәрен еткерә.Төбәктә ике ҙур пилотһыҙ аппарат йыйыу производствоһы эшләй башланы. Уларҙың ҙур партияһы махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға тапшырылған. Бындай ҙур ярҙам өсөн яугирҙар Башҡортостан етәкселегенә рәхмәтле.

Пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн айырыуса ҙур рәхмәт. Был - гибрид һуғыш. Элек барғандары менән сағыштырғанда, бөгөн ҡулланылған технологияларҙа айырма ҙур. Пилотһыҙ осоу аппараттары әлеге һуғышта хәл иткес роль уйнай. Улар ярҙамында разведка яһайбыҙ, күҙәтеүҙәр башҡарабыҙ, дошмандың шәхси составын һәм техникаһын юҡ итәбеҙ.

«Чип» ҡушаматлы яугир

Ротация мәлендә бер аҙ ял итеп алғандан һуң, яугирҙар йәнә лә алғы һыҙыҡҡа, хәрби бурысын үтәргә юллана. Тыныс тормошта ниндәй һөнәр буйынса эшләүҙәренә ҡарамай, бында уларҙы бер маҡсат - Ватанды һаҡлау берләштерә..

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ