Финансистар һөнәри байрамын билдәләне

Быйыл дата үҙенсәлекле, сөнки финанс министрлығы ла үҙенең 105 йыллығын ҡаршы алды. Ведомство бюджет системаһында сығымдарҙы һәм килемдәрҙе бүлеүҙә төп ролдәрҙең береһен уйнай. Айырыуса хәҙер хеҙмәткәрҙәр алдында еңел булмаған бурыс тора.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, тупланма бюджеттың килеме һәм сығымдары 100 миллиард һумға артҡан. Грамоталы сәйәсәт һөҙөмтәһендә Финанс министрлығы ҡаҙнаны грамоталы тулыландыра, шул иҫәптән федераль бюджеттан да аҡса йәлеп итә. Һөнәри байрам уңайынан ойойшторолған кәңәшмәлә республика биләмәһендә берҙәм финанс, бюджет һәм һалым сәйәсәтен үткәреүҙе тәьмин итеүҙәге ҡаҙаныштары өсөн тармаҡ ветерандары һәм хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде. Улар иҫәбендә ябай хеҙмәткәрҙәр ҙә, элекке финанс министры ла, шулай уҡ дөйөм стажы 100 йылдан ашыу булған хеҙмәт династиялары вәкилдәре лә бар.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ