Сибай халҡы яугирҙар өсөн 21 һунар мылтығы тапшырған

Уларҙың унауһы алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән. Ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев телеграм-каналында ошо турала белдергән. “Бындай мылтыҡтар Украина ҡораллы көстәренең осоу аппараттарына ҡаршы уңышлы ҡулланыла. Беҙ иғлан иткән акцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт!”, - тип яҙған Азамат Юлдашбаев. Сибайҙа һунар мылтыҡтарын йыйыу дауам итә.Ҡоралдарын алғы һыҙыҡҡа ебәрергә теләгәндәр Сибайҙа Росгвардия идаралығының лицензия-рөхсәт алыу эше бүлегенә мөрәжәғәт итә ала. Мылтыҡ хәрби часткә ебәрелә һәм уның иҫәбенә ҡуйыла.

Фото №1 - Сибай халҡы яугирҙар өсөн 21 һунар мылтығы тапшырған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ