Депутаттар махсус хәрби операция яугирҙәренә 45 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән

Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев, яугир Алексей Локотченко менән осрашты. Ул Өфөгә ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан. Алексей Локотченко парламент депутаты ине, үҙ теләге менән хәрби контракт төҙөнө. - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам - төп бурыстарҙың береһе. Депутаттар хәрбиҙәр менән осрашып тора. 45 миллион һум йыйылды, был эш дауам итә. Һәр бер эш хаҡынан ярҙам бүленә. Депутаттарҙың барыһы ла ҡатнаша, был беҙҙең патриотик бурыс, - тине  Константин Толкачев.

Фото №1 - Депутаттар махсус хәрби операция яугирҙәренә 45 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ