Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл уңыш яҡшы, һәр гектар уртаса 434 центнер бирә. Уҙған йылда 344 центнер булған. Ике шәкәр заводында сеймал туплау дауам итә. Раевкала 61 мең тонна сөгөлдөр әҙерләнгән, уны эшкәртеү башланған. Шишмә заводына әлегә 9 мең тонна килтерелгән. Хужалыҡтарҙа башҡа эштәр ҙә дауам итә. 1 миллион 174 тонна сенаж һалынған. План тулыһынса үтәлгән. Шулай уҡ бесән һәм силос әҙерләү бара.







