Башҡортостан спортсылары күсмә халыҡтар уйындарында тәүге миҙалдар яуланы

Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, милли көрәштә Алена Фатыхова - көмөш, Камилла Зөлҡәрнәева бронза наградаға лайыҡ булды. Ләйлә Шаһисолтанова мас-рестлингта икенсе урын алды. Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары Астанала үтә. Ярыштар 13 сентябргә тиклем бара. Башҡортостандан унда 26 спортсы ҡатнаша.

Фото №1 - Башҡортостан спортсылары күсмә халыҡтар уйындарында тәүге миҙалдар яуланы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ