Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә. Уның әйтеүенсә, электрон рәүештә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт алыусылар һаны арта бара. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика ил төбәктәре араһында 10-сы урында тора. Һуңғы 4 йылда Башҡортостанда дәүләт хеҙмәттәрендә 85 социаль хеҙмәт күрһәтеү мөмкинлеге булдырылған.







