Башҡортостанда яугирҙар тураһында фильм төшөрәлә

Республика көнөнә Сибай театр-концерт берекмәһенән мобилизацияланған артистар яҙмышы тураһында документаль фильм күрһәтелә. Ул батырҙарса һәләк булған  Илнар Хәтмуллинға арналған. Республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, әле режиссерҙар Ватанды һаҡлау һәм патриотик проектҡа ярашлы бер нисә фильм әҙерләй.

Башҡортостанда яугирҙар тураһында фильм төшөрәлә

 Республика көнөнә шулай уҡ “Төнъяҡ амурҙары” фильмының премьераһы көтөлә. Анимацион йәнһүрәттең икенсе өлөшө әҙерләнә. Ул Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арнала.

Фото №1 - Башҡортостанда яугирҙар тураһында фильм төшөрәлә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ