“Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында яңы 52 тематик аллея барлыҡҡа килә

Республика экологик хәрәкәте сентябрь һәм октябрҙә үтә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, төп көн 28 сентябргә тәғәйенләнгән. Акция барышында 50 меңдән ашыу төп ҙур һәм бәләкәй ағас, ҡыуаҡ ултыртыла. Сарала 34 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. “Йәшел Башҡортостан” йәшелләндереү акцияһы яҙ айҙарында ла даими ойошторолоп килә. 

Фото №1 - “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында яңы 52 тематик аллея барлыҡҡа килә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ