Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Өфөлә үткән 2-се халыҡ-ара геологик чемпионатта ҡатнашыусыларҙы ҡотлаған. Яҙмала төбәк етәксеһе чемпионаттың Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу федераль агентлығы һәм уның етәксеһе Евгений Петров ярҙамында үтеүен билдәләгән. Маҡсат - эҙләнеүҙәр, фәнни асыштар, ерҙең тәбиғи байлыҡтарын һаҡлау ысулдарын табыу һәм тупланған белемде практикала ҡулланыу. Чемпионатта Рәсәйҙең 15 төбәге һәм донъяның 10 иленән 250 студент-геолог ҡатнашҡан. Улар Башҡортостандың төрлө райондарында эшләгән. Өфө Фән һәм технологиялар университеты «ГеоСаҡырыуҙа» 3-сө урын яулаған.



