Ҡануни документтар бөгөн бөтәһе лә Президиум ултырышында тикшерелде. Парламенттың көҙгө сессияһында төп иғтибар социаль өлкәгә йүнәлтелә. Мәҫәлән, өлкән йәштәгеләргә капиталь ремонт өсөн бирелгән субсидия тағы ла ике йылға, 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыла. Тағы ла бер закон проекты беҙгә килгән сит ил граждандары менән бәйле. Әгәр ҙә улар үҙ дәүләттәрендә енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылған икән, Рәсәйҙә гражданлыҡ алыу хоҡуғы бирелмәйәсәк. Шулай уҡ йорт хайуандары менән мөғәләмә итеү, һунарсылыҡ буйынса закон проекттарына өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индереү, физик мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе, махсус хәрби операция яугирҙарын һәм уларҙың ғаиләләрен социаль яҡлау буйынса ҡануни документтар тикшерелде. Йәмәғәт урындарында тәртип талаптары ла ҡәтғиләшә.



