Өфөлә Марат Сарманаевтың «Беҙ тыныслыҡ яҡлы» шәхси күргәҙмәһе асылды

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда билдәле фоторәссам Марат Сарманаевтың «Беҙ тыныслыҡ яҡлы» тип аталған шәхси күргәҙмәһе асылды. Ул Ҡырымдың һәм Севастоплдең Рәсәйгә ҡушылыуына 10 йыл тулыуға арнала.

Марат Сарманаев билдәле фоторәссам, әлеге ваҡытта Башҡортостан диңгеҙселәр берлегендә эшләй. 2014 йылдың 16 мартында Ҡырым һәм герой-ҡала Севастополь халҡы референдум үткәреп үҙенең киләсәк яҙмышын хәл итә. Ошо яуаплы мәлдә Башҡортостан диңгеҙселәре уларға теләктәшлек күрһәтә, төрлө акцияларҙа ҡатнаша, ярҙам итә. Ә апрелдә улар хужалар саҡырыуы буйынса эш сәфәренә юллана. Башҡортостан моряктары яҡташтарбыҙ хеҙмәт иткән Ҡара диңгеҙ флоты кораблдәрендә була, ветерандар, уҡыусылар менән осраша, ерле халыҡ менән аралаша. Марат Сарманаевтың күргәҙмәһендә ошо сәфәрҙең иҫтәлекле мәлдәре сағылыш тапҡан. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, фотоһүрәттәр репортаж форматында ғына түгел, художестволы итеп төшөрөлгөн, Ҡырым, Севастопль халҡының тарихи ваҡиғаға мөнәсәбәтен, тәьҫораттарын асыҡ сағылдыра.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ