Ауырлыҡ кимәле контролгә алына. Башҡортостанда автотранспортты үлсәү буйынса яңы автоматик пункттар ҡуйыу өсөн потенциаль майҙансыҡтар ҡарала. Был турала Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән «Транспорт сәғәте»ндә билдәләнде. Быға тиклем республика юлдарында үлсәү - габарит контроле буйынса егерме пункт ҡуйылғайны. Шул уҡ ваҡытта ҡағиҙә боҙоп йөк ташыған водителдәр күп осраҡта урындағы кимәлдәге юлдарҙа бындай постарҙы урап үтә. Төбәк етәксеһе Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығына ауырлыҡ контроле системаһын көсәйтергә ҡушты.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар «проблемалы» юлдар прграммаһын тормошҡа ашырыу барышы буйынса фекер алышты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул республика етәксеһе башланғысы менән былтыр эшләй башланы. 2024-2026 йылдарҙа район-ҡалаларҙа 216 саҡрым арауыҡтағы 80 объектты ремонтлау ҡаралған, улар иҫәбендә биш күпер ҙә бар. Быйыл күбеһе буйынса эш тамамланырға тейеш. Бынан тыш, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән 20 юл участкаһы ла тәртипкә килтерелә.



