Стәрлетамаҡ районында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Был районда һуңғы йылдарҙа файҙаланыуға тапшырылған.8-се һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Шихан ауылында ФАП «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы буйынса сафҡа инде. Унда 400-гә яҡын кешегә сифатлы медицна ярҙамы күрһәтелер тип күҙаллана. Үрнәк, Карасевка ауылдарынан тыш, яҡын урынлашҡан Ишембай районы ауылдары халҡы ла әлеге фапҡа йөрөйәсәк. Заманса медицина учреждениеһында планлы тикшереүҙәр үткәрергә, анализдар бирергә һәм прививкалар эшләтергә лә мөмкин.

Инженер коммуникациялары үткәреүҙә, ремонт һәм төҙөкләндереү эштәрен башҡарыуҙа урындағы власть ҙур ярҙам ҡулы һуҙа. Шуға күрә лә фаптар ваҡытында ҡорола һәм был халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуҙа мөһим роль уйнай.

Гөлнара Зиннурова, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары

Стәрлетамаҡ районында башҡа социаль обьекттар ҙа күпләп төҙөлә . Покровка ауылындағы яңы һыуүткәргес халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итәсәк. Элек ауылда һыу мәсьәләһе киҫкен торған. Район хакимиәте башлығы Республика менән идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә мәсьәләне күтәреп, һыу мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителгән.

5 йыл дауамында Покровка ауылы халҡы эсәр һыуһыҙ интеккән. Нийаһәт,150 кешенең йорто яңы һыуүткәргескә тоташтырылды. Һыу мәсьәләһен ыңғай хәл итеүҙәге ярҙамына Башҡоростан етәкселегенә рәхмәтлебеҙ.

Рита Сәмиғуллина, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ