Ҡаһарман яҡташыбыҙ үҫеп килгән быуынға мәктәптә һәм танк хәрби училищеһында уҡыған йылдары, хәрби хеҙмәте, яу юлы тураһында һөйләне. Йәштәрҙе илһөйәр булырға, маҡсаттар ҡуйып йәшәргә, тарихты өйрәнергә саҡырҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ 2022 йылдың декабрендә «Алтын йондоҙ»ға лайыҡ булды. Юғары дәүләт наградаһы менән уны ил президенты Владимир Путин бүләкләне. Борис Дудко дәүләт етәксеһе иғлан иткән «Геройҙар дәүере» кадрҙар программаһында ла ҡатнаша. Әле ул Башҡортостан дәүләт власы органдарында тәжрибә туплай.






