Яңауыл үҙәк район дауаханаһы “Роснефть” составына ингән “Башнефть” компанияһы ярҙамында заманса юғары технологиялы компьютер томографияһы комплексы менән йыһазландырылды. Хәҙер табип күрһәтмәһе буйынса бөтә тикшеренеүҙәр бушлай башҡарыла. Быға тиклем пациенттар ошондай процедураларҙы үтеү өсөн Нефтекама һәм Өфө ҡалаһына йөрөргә мәжбүр булған.
“Роснефть” социаль яуаплылыҡ принциптарына таянып, социаль мөхит булдырыуға айырыуса иғтибар бүлә. Медицина өлкәһенә ярҙам итеү компания өсөн төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
Башҡортостан менән “Роснефть” араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә һуңғы 5 йылда медицина учреждениеларын төҙөү һәм реконструкциялау буйынса 50-нән ашыу проект тормошҡа ашырылған.







