“Рәсәй - спорт державаһы” халыҡ-ара форумына йөҙҙән ашыу илдән вәкилдәр килә

Был турала  Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сараны  ойоштороу комитеты менән әҙерлек мәсьәләләре буйынса ултырышта  белдерҙе. Илдең төп спорт форумын Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән Башҡортостан ҡабул итә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, төп саралар баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына сафҡа индерелгән яңы спорт объекты - Көрәш һарайында үтә.

“Рәсәй - спорт державаһы” халыҡ-ара форумына йөҙҙән ашыу илдән вәкилдәр килә

Форумдың пленар ултырышы Көрәш һарайының концерт залында уҙа, унда мең ярым кеше ҡатнаша. Программаға ярашлы, “Өфө-арена” ла  “IBA чемпиондар төнө” сериаһынан бокс буйынса турнир һәм үҫмерҙәр араһында керлинг буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтә. Бынан тыш, Рәсәй йыйылма командаһы ҡатнашлығында ишеү слаломы буйынса Халыҡ-ара ярыштар һәм башҡа спорт саралары ойошторола, тине Спорт министры Руслан Хәбибов.

“Рәсәй - спорт державаһы” халыҡ-ара форумына йөҙҙән ашыу илдән вәкилдәр килә

 “Рәсәй - спорт державаһы”  халыҡ-ара форумы Өфөлә 17-19 октябрҙә уҙа.

Фото №1 - “Рәсәй - спорт державаһы”  халыҡ-ара форумына йөҙҙән ашыу илдән вәкилдәр килә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ