Республикала автотранспортты үлсәү буйынса яңы автоматик пункттар ҡуйыу өсөн майҙансыҡтар ҡарала. Был турала Хөкүмәттә уҙған “Транспорт сәғәте”ндә билдәләнде. Башҡортостан юлдарында үлсәү - габарит контроле буйынса егерме пункт эшләй. Ҡағиҙә боҙоп йөк ташыған водителдәр күп осраҡта бындай постарҙы урап үтә. Республика башлығы Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына ауырлыҡ контроле системаһын көсәйтергә ҡушты.
Кәңәшмәлә “проблемалы” юлдар прграммаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе лә ҡаралды. 2024-2026 йылдарҙа район-ҡалаларҙа 216 километр арауыҡтағы 80 объектты, шул иҫәптән 5 күперҙе ремонтлау ҡаралған. Быйыл күбеһе буйынса эш тамамланырға тейеш. Бынан тыш, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән 20 юл участкаһы ла тәртипкә килтерелә.




