Сараның маҡсаты — башҡорт рок музыкаһын популярлаштырыу, рок музыкаһын һөйөүселәрҙе берләштереү һәм республикала мәҙәни туризмды үҫтереү, ти ойоштороусылар. Фестиваль программаһына ҡатнашыусыларҙың концерт сығыштары, музыка белгестәре, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, матбуғат конференциялары һәм интервью, музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдары күргәҙмәһе индерелгән. Ғаризалар 10 октябргә тиклем ҡабул ителә.




