Республика яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Бөгөн Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы оҙатыу тантанаһы ғәҙәттәгесә «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Сараға яугирҙарҙың ҡатындары һәм балалары, ата-әсәләре, дуҫ-иштәре килде. Йола буйынса майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары, патриотик йырҙар яңғыраны. Яугирҙар алдында власть органдары, хәрби комиссариат вәкилдәре сығыш яһаны. Дини конфессия вәкилдәре иһә доға бағышлап изге теләктәрен еткерҙе. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тантанала Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ Сергей Тулинды тыуған көнө менән ҡотлап, бүләк тапшырҙы.

Нисә яугир юлланыуына ҡарамаҫтан, беҙ хәрбиҙәрҙе гел «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙандан оҙатабыҙ. Бында яугирҙарҙың ата-әсәләре, яҡындары, туғандары һәм дуҫтары йыйыла. Сара йолаға әүерелгән. Республика халҡы һәм хөкүмәт гуманитар ярҙамды даими ебәреп тора. Бөгөн уҡыусылар яҙған бер ҡумта хат та тапшырылды. Ә бүләккә килгәндә, бик шатмын, яңынан тыуған кеүек булдым.

Сергей Тулин, Рәсәй Геройы, һауа-десант ғәскәрҙәре генерал-майоры

Яугирҙар ялын ғаиләләре менән уҙғарған, туғандары, яҡындары менән күрешкән, мәктәптәрҙә илһөйәрлек сараларында ҡатнашҡан. Уларҙы махсус хәрби операция биләмәһенә алып барыу өсөн республиканан автобустар бүленгән. Алда һалдаттарҙы ике көнлөк юл көтә. Колоннаны Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары оҙатып бара.

Ял яҡшы үтте, ғаиләм менән булдым, туғандарымды күрҙем. Ҡыҙымды беренсе синыфҡа уҡырға алып барҙым, линейка ваҡытында мәктәп уҡыусылары алдында сығыш яһаным. Был минең өсөн беренсе хәрби тәжрибә түгел. Махсус хәрби операция башҡаларҙан үҙенең технологик йәһәттән айырылыуына ҡарамаҫтан, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ.

«Булат» ҡушаматлы яугир
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ