Сарала 100-ҙән ашыу сит илдән ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Танылған спортсы һәм тренер Фәйзулла Абдрафиҡов әйтеүенсә, форум республикала спорт һәм физкультураны тағы юғарыраҡ кимәлгә күтәрергә булышлыҡ итергә тейеш.
Халыҡ-ара сара барышында ойошторолған ярыштар Өфөләге Көрәш һарайында үтә. “Рәсәй - спорт державаһы” форумы 17 октябрҙә башлана һәм өс көн дауам итә.







