Төбәк бүлексәһе тәҡдим иткән кандидат Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы һайлауында еңеү яуланы. Был штаб ағзаларының һәм партия вәкилдәренең эш һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Шулай уҡ төбәктә урындағы совет депутаттарын һайлау буйынса кампания үтте - бында ла «Берҙәм Рәсәй», мандаттарҙың 77 проценттан ашыуын йыйып, лидерлыҡ позицияһын алды.



