Сара республика студенттарының үҙидара органдары һәм студенттар профсоюздарының 150-нән ашыу лидерын бергә йыйҙы. Форумда юғары уҡыу йорттарында студенттарҙың үҙидара органдарының һөҙөмтәле эшләү системаһын төҙөү маҡсатында тренингтар үтә. Йәштәр алдында федераль һәм төбәк эксперттары сығыш яһай. Ике көн дауам итәсәк йыйылышта мәҙәни-ял программаһы ҡаралған, студенттар «Геройҙар уҙышы»нда ҡатнаша. Ижад, спорт, медиа, гранттар һәм эшҡыуарлыҡ, дөйөм ятаҡ темаларына стратегик сессиялар уҙғарыла.






