Республика йәмәғәтселеге Дина Лазареваны иҫкә алды

Республика йәмәғәтселеге ғалим-фармаколог, Рәсәйҙең дәүләт премияһы лауреаты Дина Лазареваны иҫкә алды. Фән эшмәкәренең тыуыуына 102 йыл тулыу уңайынан Өфөлә хәтер сараһы ойошторолдо. Дина Лазарева 350-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 15 монография авторы. Медицина фәндәре докторы, ғалим бөтә ғүмерен Башҡортостан фармокология һәм иммунология тармағын үҫтереүгә бағышлаған.

Күренекле фармаколог, профессор Дина Лазарева яҡты донъянан киткәнгә биш йыл. Республиканың медицина өлкәһендә тәрән эҙ ҡалдырған ғалимды хеҙмәттәштәре,уҡыусылары ғорурланып һәм һоҡланып иҫкә алды. Дина Наум ҡыҙы иммунология тармағында дарыуҙар етештереү өсөн баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән.

Дина Наум ҡыҙы бер нисә быуын табиптар тәрбиәләгән бөйөк уҡытыусы. Минең әсәйем уның уҡыусыһы, мин дә Дина Лазареваның уҡыусыһымын тип ғорурланып әйтәм. Беҙҙең өсөн уның менән бергә эшләү йылдары оло бәхет булды. Ул беҙҙе табип һөнәренә килтергән яҡты йондоҙ.

Наталья Мофазалова, БДМУ-ның фармакология кафедраһы профессоры

Үҙеңдән һуң ҡалған фәнни хеҙмәттәр, китаптар булғанда кеше тураһында хәтер мәңгелек. Дина Лазарева республика фармакологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Уның уҡыусылары Рәсәй һәм сит ил дауаханаларында эшләүсе билдәле табиптар. Дина Наум ҡыҙының уҡыусылары фармакология тармағында фәнни асыштар эшләп, остазының һөнәри юлын дауам итә.

Камил Рамаҙанов, Башҡортостан фәндәр академияһы президенты

Дина Лазареваның ғүмере Башҡорт дәүләт медицина университеты менән тығыҙ бәйле. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ул уҡыу йортон тамамлап, ошонда уҡ диссертация яҡлаған, 56 йыл фармакология кафедраһын етәкләй, профессор дәрәжәһендә ғилми эштәр яҙа, студенттар уҡыта. Уның улы менән ҡыҙы ла медицина фәндәре профессорҙары.

Дина Наум ҡыҙы 20 профессор, 30 медицина фәндәре кандидатын тәрбиәләгән доктор. Әсәйем беҙгә лә талапсан булды. Үҙе иртә таңдан кискә тиклем эшләп ҡайтһа ла беҙҙең белемде тикшереп, фәнни кәңәштәр бирҙе. Республикала фармакология үҫеше Дина Лазареванан башланды. Уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Владимир Плечев, Рәсәйҙең атҡанған табибы, профессор

Һәр бала өсөн әсәй иң яҡын, яғымлы кеше. Беҙҙең өсөн әсәйем юғары абруй булды. Беҙ уны хөрмәт итеп, уның кеүек белемле, уҡымышлы булырға тырыштыҡ. Изге күңелле шәхес ине. «Кешеләргә изгелек эшләү» минең маҡсатым тип әйтә торғайны һәм был һүҙҙәргә ул һуңғы көнөнә тиклем тоғро булды.

Татьяна Моругова, профессор, медицина фәндәре докторы

Дина Лазарева 350-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 15 монография авторы. Хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары уны яуаплы, тырыш, талапсан шәхес булараҡ иҫкә алды. Фән эшмәкәренең тыуыуына 100 йыл тулдыу уңайынан ул йәшәгән күп ҡатлы йортта мемориал таҡтаташ асылған. Композиция үҙәгендә ғалим-фармаколог барельфта һынландырылған.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ