Башҡортостанда иген баҫыуҙарының яртыһында эш теүәлләнде

823 мең гектарҙа ураҡ тамамланды, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. 1 миллион 850 мең тонна  иген йыйып алынған. Һәр гектар 22 центнерҙан күберәк уңыш бирә. Иң юғары уңыш Саҡмағош һәм Ауырғазы баҫыуҙарында теркәлгән, бында гектарынан 34-35 центнер алалар.

Фото №1 - Башҡортостанда иген баҫыуҙарының яртыһында эш теүәлләнде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ