Халыҡ-ара ярыштарҙа беҙҙең республиканан Богдан Мозговой, Аделина Рәзетдинова, Андрей Николаев, Елена Прокофьева, Антон Кулятин, Анна Кулинич-Сорокина, Елена Паутова һәм Андрей Сафронов сығыш яһаны. Улар еңел атлетика, йөҙөү һәм өҫтәл теннисында ярышты. Башҡортостан спортсылары 2 көмөш һәм 4 бронза миҙал яуланы. - Республикала мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар булдырылған, - тип белдерҙе Спорт министры Руслан Хәбибов.




