Ул аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Милли проект бер нисә йүнәлеште эсенә ала. Селекция һәм генетикала фәнни тикшеренеүҙәр алып барыу, мөһим препараттар һәм аҙыҡ-түлекте үҙебеҙҙә етештереү, кадрҙар әҙерләүҙе камиллаштырыу, ауыл хужалығының техник һәм технологик бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеү маҡсаттары ҡуйыла. Был турала ведомство башлығы Оксана Лут белдерҙе. Башҡортостан әле 44 илгә ауыл хужалығы продукцияһы һата. Уҙған йылда беҙҙең республиканан 730 мең тонна оҙатылған.







