Инаугурация Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда үтте. Тантанала республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов сығыш яһаны. Ул һайлаусыларҙың 80,21 процентының Радий Хәбиров өсөн тауыш биреүе тураһында белдерҙе. Уға Башҡортостан Башлығы танытмаһын тапшырҙы. Хәрбиҙәр залға Башҡортостан Конституцияһының дәүләт телдәрендә яҙылған махсус тексын индерҙе. Радий Хәбиров башҡорт һәм рус телдәрендә ант бирҙе.
Радий Хәбиров Ант тексына ҡул ҡуйҙы. Уны парламент рәйесе Константин Толкачевҡа тапшырҙы.
Сарала Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашты. Ул республиканың ҡаҙаныштары тураһында һөйләне, Радий Хәбировҡа яңы вазифала уңыштар теләне.
Радий Хәбиров республика менән алдағы 5 йылда етәкселек итәсәк.




