Әле фондта 4 миллиард һумдан ашыу аҡса иҫәпләнә. Йыл һайын уны 1 миллиардҡа күбәйтеү бурысы ҡуйыла. Радий Хәбиров бөгөн ошо турала Республика Башлығы вазифаһын үтәй башлауға арналған тантана барышында белдерҙе.
Радий Хәбиров сығышында республиканың 5 йылға үҫеш планы менән уртаҡлашты. “Башҡортостан халҡы көслө лидер һайланы. Иҡтисадты нығытыу һәм ижтимағи-сәйәси тотороҡлоҡ булдырыу төп маҡсаттарҙың береһе”, - ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов.
“Башҡортостан киләсәктә лә ҡеүәтле төбәктәрҙең береһе, милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡ өлгөһө булырға тейеш”, - тигән фекерҙә юридик фәндәр докторы, профессор Рафаиль Зинуров.
Радий Хәбиров өсөн республикала һайлаусыларҙың 80 проценттан ашыуы тауыш бирҙе.







