Бөгөн Радий Хәбировтың инауграцияһы булды. Уның әйтеүенсә, һайлау һөҙөмтәләре төрлө кимәлдәрҙә етәкселектең эшенә юғары баһа булып тора. - Рәсәй президенты Владимир Путинға рәхмәт. Иң мөһиме - ул һәр ваҡыт беҙҙең республикала мөһим башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ярҙам итте, тине Радий Хәбиров.







