Шулай уҡ Өфөләге Дәүләт циркы төҙөкләндерелә. Ауыл мәҙәниәт йорттарын ремонтлауға ҙур иғтибар бүленә. Радий Хәбиров бөгөн ошо турала Республика Башлығы вазифаһын үтәй башлауға арналған тантаналы сара барышында һөйләне. Ул шулай уҡ спорт объекттары һәм мәғариф учреждениеларының инфраструктураһы нығытылыуы хаҡында белдерҙе.
“Радий Хәбиров бөгөн алдағы 5 йылға төп бурыстарҙы билдәләне. Улар тормошҡа ашасаҡ. Бының өсөн республикала һәләтле кешеләр һәм ресурстар етерлек”, - тигән фекерҙә Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.




