Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы вазифаһын үтәй башланы

Тантаналы ултырыш бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда үтте. Инаугурацияла Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Дәүләт Думаһы, Башҡортостан парламенты депутаттары, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби операция яугирҙары һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Сарала республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов Радий Хәбировҡа Башҡортостан Башлығы таныҡлығын тапшырҙы. Радий Хәбиров башҡорт һәм рус телендә халыҡҡа, Рәсәй Һәм Башҡортостан Конституцияларына тоғролоҡ анты бирҙе. Игорь Комаров һуңғы йылдарҙа республиканың социаль-иҡтисади үҫеш кисереүен билдәләне һәм Радий Фәрит улына киләһе йылдарҙа ла уңышлы эшмәкәрлек теләне. Башҡортостан башлығы үҙ сиратында республика халҡына ышанысы өсөн рәхмәт белдерҙе. 5 йыллыҡа ҡаралған төп эш йүнәлештәрен билдәләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығына һайлауҙа Радий Хәбиров 80,21 процент тауыш йыйып еңеү яуланы. Эксперттар билдәләүенсә, Радий Хәбировҡа республика менән ҡатмарлы осорҙа идара итергә тура килә. Коронавирус пандемияһы, махсус хәрби операция, санкциялар. Әммә Башҡортостан иҡтисади, социаль тотороҡлоҡто һаҡлап ҡына ҡалмай, күп тармаҡтарҙа үҫешкә өлгәшә. Был Радий Фәрит улы етәкселегендәге команданың төптән уйлап эшләнгән сәйәсәте һөҙөмтәһе, ти белгестәр.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ