Сентябрь уртаһы етеүгә ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн ҡыҙыу осор. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң Баймаҡ районы аграрийҙары сыуаҡ көндөң һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша. Киләһе сюжет Баймаҡ районынан әҙерләнде.
Көндәрҙең аяҙ тороуын файҙаланып район аграрийҙары бар көстө мал аҙығы әҙерләү һәм ураҡ кампанияһына йүнәлтте. Күп йыллыҡ үләндәр сабып алынып район буйынса 15 мең тонна сенаж һалынған, бесән әҙерләү аҙағына яҡынлаша.
“Ленин” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һолоно яҫмаларға һалыу, һуғып алыу эштәре тамамланыу өҫтөндә. Бының өсөн 7 берәмек техника йәлеп ителгән. Әле улар алдында 1500 гектар ерҙә иген культураларын йыйып алыу бурысы тора.
Үҫтергән ашлыҡты юғалтыуһыҙ бураҙналарға тултырыу бөгөн Лениндарҙың төп бурысы. Айрат Туйсин өсөнсө йыл урып‐йыйыу кампанияһында ҡатнаша. 30 йылдан ашыу техника менән идара иткән механизаторҙың ҡулы аҫтында комбайн көйлө эшләй.
Игенселәрҙең эшен тиҙләтеү өсөн хужалыҡтың эшлекле командаһының һәр кеме үҙ бурысын намыҫ менән башҡара, ураҡ кампанияһының уңышлы үтеүенә ҙур көс һала. Мәҫәлән, техниканың һәр саҡ төҙөк булыуын хәстәрләп, ваҡытында запас частар килтереүгә яуаплы инженерҙар Ғәли Сәғәҙәтов, Нуретдин Яҡупов, ырҙын табағында яңы уңышты ҡабул итеүсе Йәмил Үҙәнбаевтың бригадаһы, ашнаҡсылар Таңһылыу Сәйетова менән Гөлиә Солтанова иңдәренә лә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән.
Раушания Рәхимова



